Әкиәттәр - бала күңеленә иң гүзәл асҡыс. Кескәйҙәрҙең күңелендә улар ғүмерлеккә уйылып ҡала; ялҡытмайынса, кәйефтәрен ҡырмайынса әҙәпкә, яҡшы менән яманды айырырға өйрәтә. Йыш ҡына, әкиәт геройҙары осраған хәл-ваҡиғаларға, шуға оҡшаш хәлдәргә тарығанда, улар изгелек яғына тартыла, сөнки әкиәттәрҙән күрәләр: яманлыҡ ҡылғандар үҙ яманлығына үҙҙәре бата, ә изгелек, иртә-һуңғымы, кешенең үҙенә мотлаҡ әйләнеп ҡайта.
Ҡуян, ҡыҫала, ҡоралай, бүре, төлкө һәм башҡалар -16 әкиәт персонажры - кескәй уҡыусыларыбыҙға күркәм әҙәптең иң гүзәл күренештәрен аңлатыр, тип өмөт итәбеҙ.