Мосолмандың күңел донъяһы
Фани донъянан иман менән китерменме, һуңғы һулышымды алғанда рухиәтем иман менән тулы булырмы – мосолманды иң төп борсоған мәсьәлә ошо булырға тейеш. Иманлы йөрәк – Ислам менән формалашҡан йөрәк. Әммә «заманыбыҙ яһилиәте» быуатында берәүҙе лә үпкәләтмәгән һәм үпкәләмәгән, изге ғәмәлдәренә яуап итеп бер нәмә лә көтмәгән ундай йөрәк халәтенә күтәрелеү дөрләп ятҡан ҡуҙҙы ҡулға алыу кеүек үк ҡатмарлы эш.
«Мосолмандың күңел донъяһы» китабы ошо һорауҙарға яуап биреү маҡсатында яҙылды. Хеҙмәт заманыбыҙҙың Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) юлынан тайпылмай барған салих заттарҙың фекерҙәренә, ислам мәҙәниәте нигеҙҙәренә һәм бөтә мосолман өммәтенең дөйөм мираҫы булған илаһи танып белеү принциптарына таянып яҙылды.